Салауат Юлаев һәйкәленә яңыртыу талап ителә

1967 йылдың ноябрендә Ағиҙелдең бейек ярына ҡуйылғандан бирле батыр һынына бөтөнләй капиталь ремонт эшләнгәне булманы. Белгестәр тикшереү һөҙөмтәһендә суйын һәйкәлдәге етешһеҙлекте асыҡлаған. Әле һәйкәлде төҙөкләндереү маҡсатында проект әҙерләнә.Улар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса дәүләт идаралығының бүлек етәксеһе урынбаҫары Динар Ишеғолов әйтеүенсә, йәйге селлә, ҡышҡы сатлама һыуыҡтар, ямғыр, ҡар, әсе ел батырҙың һынында тәрән эҙ ҡалдырған. Иң хәүефлеһе, ҡоролманың эске өлөшөндә. Тутлаған йөйҙәрҙән ағып төшкән һыу һәйкәлдең конструкцияһына зарар килтереүе ихтимал . Ул ваҡытта 40 тонналыҡ һыбайлы хәүеф сығанағына ла әйләнә. Шуға ла әле уны яңыртыу проекты әҙерләнә.

Белгестәр Ағиҙел ярын нығытыу барышында башҡарылған эштәр ҙә һәйкәл торошонда эҙһеҙ үтмәгән тигән фекерҙә. Йылға буйына Ҡағылған свайҙар батыр аты баҫҡан ҡурғанды ҡаҡшатҡан булыуы ихтимал.Шуға ла һәйкәлдең үҙенән тыш геодезия тикшереүен дә уҙғарыу талап ителә.

Салауат Юлаев һәйкәле скульптор Сосланбәк Тавасиевтың ижад емеше. Батыр һынының тәүге ҡараламаһын скульптор йыртма календарь битендә 1942 йылдың 12 февралендә яһай. Оҙаҡ эҙләнеүҙәр аша әлеге Салауат Юлаевтың һәйкәле ҡойола. Ул ваҡыттағы Советтар Союзы етәкселеге баҡырҙы стратегик сеймал тип иҫәпләй. Шуға ла скульпторға суйын менән эш итергә тура килә. Һөҙөмтәлә 10 метрға яҡын бейеклегендәге мөһәбәт һын Ағиҙелдең текә ярына ҡуйыла.

1967 йылдан бирле Салауат Юлаев һәйкәленә тулы төҙөкләндереү үткәрелгәне юҡ. Әлбиттә, косметик ремонт яһалған. Батыр һыны буялған, шымартылған, етешеһеҙлектәр йәшерелгән. Һуңғыһы 2015 йылда Өфөләге ШОС һәм БРИКС самммиттары алдынан үткән. Ҡайһы бер белгестәр, тап шул осорҙа ҡулланылған акрил буяу һәйкәлдәге коррозия күренештәрен тиҙләткән булыуы ихтимал, тигән фекерҙә.

Скульптор Хәниф Хәбибрахманов баҡыр менән эш итә. Уның ижад емештәре әле байтаҡ ҡына йәмәғәт биләмәләрен биҙәй. Шуларҙың иң билдәләһе .Өфөләге ете ҡыҙ фонтаны, композитор Заһир Исмәғилевтың һәйкәле. Оҫта батыр һынын төҙөкләндереүгә лә үҙ ҡарашын белдерә.

Милли батыр һәйкәле Башҡортостан өсөн архитектура ҡоролмаһы ғына түгел. Салауат Юлаев күптән республиканың рухы уның төп символына әйләнгән. Шуға ла, һәйкәлде төҙөкләндереү көн талабы, тигән фекерҙә Башҡортостан рәссамдар берлеге рәйесе Хатип Фазылов. Әммә был эш йәмәғәт комиссияһы күҙәтеүендә башҡарылыуы мөһим, тип билдәләй ижадсы.

Тикшереү һөҙөмтәләренән сығып, Салауат Юлаев һәйкәленә төҙөкләндереү төрҙәре тураһында ҡарар сығарыласаҡ. Етешһеҙлектәр ҙур тип табылған хәлдә батыр һынын һүтеп тулы реставрация үткәреүҙәре лә ихтимал. Эштәр киләһе йыл яҙға табан башланып, кәмендә йыл ярым самаһы дауам итәсәк.

Фото №1 - Салауат Юлаев һәйкәленә яңыртыу талап ителә

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ