Харис Йосопов – РСФСР-ҙың көрәш буйынса тәүге чемпионы, Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Салауат районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Олимпия уйындары призеры, ике Донъя һәм 14 Европа чемпионы әҙерләгән шәхес.
Үҙ ваҡытында Харис Монасип улы Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә спорт тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның уҡыусылары тренерҙар булып донъяның төрлө мөйөштәренә таралған. Әле көрәшсенең эшен уның улы, Морис Йосопов дауам итә.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерының тәрбиәләнеүселәре көрәштең төрлө йүнәлештәре буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Легендар көрәшсе иҫтәлегенә бюст Силәбе өлкәһенең дзюдо буйынса олимпия әҙерлеге үҙәге янында урынлаштырылды.




