Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе
Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе

Унда коронавирус инфекцияһы менән көрәш саралары ҡаралды. Республика менән идара итеү үҙәгенең социаль коммуникациялар блогы етәксеһе Гөлназ Кәлимуллина халыҡтан ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр буйынса сығыш яһаны. Йыл башынан республикала йәшәүселәрҙән 9 мең ярым самаһы һорау ҡабул ителгән. Халыҡ күберәк табиптар етмәүгә, участка табиптарының өйгә оҙаҡ килеүенә зарлана. Иң күп мөрәжәғәттәр Өфө, Салауат һәм Туймазы райондарынан ҡабул ителгән. “Ноябрҙә “Инцидент менеджмент” системаһына теркәлгән хаттар аҙайған. Быны Ситуация үҙәге эшләй башлауы менән аңлатырға мөмкин. Ул коронавирусҡа бәйле күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә ярҙам итә”, - тине Радий Хәбиров. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, киләһе аҙнала республикаға коронавирусҡа ҡаршы 1 мең дана вакцина килтерелә. “Тәү сиратта Табип һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә прививка яһала”, - тине ведомство башлығы. Радий Хәбиров вакциналау планына полиция хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусыларҙы ла индерергә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ