“Тамыр” студияһы еңеү яуланы

“Тамыр” студияһы еңеү яуланы
Фото №1 - “Тамыр” студияһы еңеү яуланы

Балалар телеканалы төшөргән фильм-әкиәт “ТЭФИ-Төбәк” премияһына лайыҡ булды. Калуга ҡалаһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. “Тамыр” телеканалы режиссеры Гөлсәсәк Игебаеваға көмөш диплом тапшырылды. ““Юғалсыҡтар иле” картинаһы балалар һәм ололар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр. Ул Яңы йылға бағышланған телепроект”, - ти телеканал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина.

“Тамыр” студияһы еңеү яуланы

“ТЭФИ-Төбәк” милли телевизион конкурсында Рәсәйҙән 600 самаһы ижади проект ҡатнашҡан.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ