Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив штаб ошондай ҡарар ҡабул итте. 6-10 класс уҡыусылары өсөн ситтән тороп уҡыу тәртибе 6 декабргә тиклем була. Башланғыс класс, шулай уҡ 5-се һәм 11-се класс уҡыусылары мәктәптә белем алыуын дауам итә. Бәләкәй мәктәптәр ҙә ғәҙәти шарттарҙа уҡый. Шул уҡ ваҡытта 23 район һәм ҡалала коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырған һәм бөтә уҡыусылар ҙа мәктәптә белем ала башлай. Исемлектә Әбйәлил, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Учалы райондары, Сибай, Межгорье ҡалалары күрһәтелгән.




