Һөнәри байрам танылған табип Николай Пирогов хөрмәтенә булдырыла. Ул илдә хәрби-ялан хирургияһына нигеҙ һала. Рәшит Баҙыҡов 1956 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Туймазы районы Ҡандра участка дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ йылдар Республика онкология диспансерында эшләй. Хирург бөгөн дә сафта. Ул күп табиптар өсөн остаз булып тора.
Башҡортостан хирургия өлкәһендәге ҡаҙаныштар буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар исемлегендә. Беҙҙең табиптар иң ауыр йүнәлештәр булып һаналған ҡан тамырҙары хирургияһы, ағзаларҙы күсереп ултыртыу буйынса уңышлы эшләй, ти хирургтар берләшмәһе президенты, академик Вил Тимербулатов.
Хирургтар көнө уңайынан республикала иң оҫта ҡуллы табиптарға “Алтын скальпель” бүләге тапшырылды.





