Стеналағы ярыҡтар киңәйгәндән-киңәйә. Өфөнөң Чернышевский урамы, 22а адресы буйынса йәшәүселәр икенсе торлаҡҡа күсенергә теләй. Милекселәр билдәләүенсә, уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән өй йәшәүгә яраҡһыҙ. Сәбәбен БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина асыҡланы.
Йыл ярым элек ҡуйылған гипс маяҡтарҙың юҡҡа сығыуы – ярыҡтарҙың киңәйеүен дәлилләй. Милекселәр бәлә башын ишек алдында күтәрелгән күп ҡатлы торлаҡтан күрә. Билдәле булыуынса, объектҡа нигеҙ һалғанда, төҙөлөш компанияһы тарафынан Чернышевский урамындағы өс ҡатлы йортҡа экспертиза яһала. Бәләкәй ярыҡтар теркәлеп, махсус билдәләнә. Кире үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәй.
Өс ҡатлы йорт 1959 йылда төҙөлгән, бында ун алты фатир иҫәпләнә. Милекселәр әйтеүенсә, төҙөлөшкә бәйле өй эсендә генә түгел, урамда ла йөрөү хәүефле.
Әлегә фатир хужалары киҫкен проблема хаҡында күҙәтеүсе органдар, прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйына.
Был йорт 2001 йылда уҡ йәшәүгә яраҡһыҙ тип танылып, бер нисә йылдан һуң «Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү» программаһына индерелә. Әммә милекселәр Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәргә теләмәйенсә, суд аша ведомство-ара комиссия актын юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә өй яңынан йәшәүгә яраҡлылылыҡ статусын ала.
Төҙөлөш компанияһы вәкилдәре фатир хужаларының үҙ теләге менән республика программаһынан сығыуын иҫкәртеп, осраҡ буйынса ғәйепле булмауын билдәләне. Йәғни йорттоң техник торошо, унда йәшәүселәрҙе икенсе торлаҡҡа күсереү мәсьәләһе өсөн дә яуаплы түгелдәр. Яңы йортҡа иҫке өй бер нисек тә ҡамасауламай.
Әлегә Чернышевский урамындағы йорт хужалары обойҙарын аҡтарып, яңы барлыҡҡа килгән ярыҡтарҙы иҫәпләй. Хәйер, бөгөн улар идарасы компания вәкилдәрен дә саҡыртҡан. Һуңғылары өйҙөң техник торошон күҙәтеүгә алды.
Артабан йортто йәнә авария хәлендә тип иғлан итеүҙәре ихтимал. Әммә был осраҡта милекселәргә был ҡарар менән килешергә тура киләсәк. Сөнки төҙөлөш компанияһы үҙ иҫәбенә мәсьәләне хәл итергә йыйынмай.
Гөлназ Хәйбуллина.




