Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймауға бәйле, Башҡортостан мәктәптәренең 30 ноябрҙән 6 декабргә тиклем эш режимы билдәләнде. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 6-10-сы синыф уҡыусыларын дистанцион режимда уҡытыуҙы дауам итеү тәҡдиме менән сығыш яһаған.
Оператив штаб ағзалары был тәҡдимде хуплаған. 1-5-се һәм 11-се синыфтар әлегесә мәктәпкә йөрөп уҡыясаҡ. Шулай уҡ республиканың аҙ комплектлы мәктәптәре өсөн дә ғәҙәти эш режимы һаҡлана. Шулай уҡ вирус таралыу коэффициенты 0,5 проценттан артмаған 23 муниципалитетта уҡыусыларҙы ғәҙәти уҡыу режимына күсерергә ҡарар ителгән.




