Бөгөн Өфөлә фуд-акселератор форумы үтте

Стәрлетамаҡта етештерелгән тәмле шоколад, Раевка ҡымыҙы, Миәкә айраны. Башҡортостан эшҡыуарҙары бөгөн Өфөлә фуд-акселератор форумына йыйылды. Яңы ғына эш башлаған йүнселдәргә нисек ҡыҙыу темпта эште яйға һалып килем алырға, нисек продукцияны магазиндар селтәрендә кәштәгә ҡуйырға? Йыйында ошондай һорауҙар ҡаралды. Үҙебеҙҙең сифатлы һәм натураль ризыҡтарҙы БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева тәмләп ҡараны.

Һөҙөмтә өҫтәлдә. Һөттән төрлө ризыҡтар эшләп һатыу эшенә Альбина Мөхәмәтйәнова ярты йыл элек тотонған. Миәкә районы Илсеғол ауылында магазинда, Өфөлә өс нөктәлә һатыуға ҡуялар. Нарыҫтауға килеүсе туристар ҙа яратып эсә айранды. Унда кафе асыу уйы ла бар, әммә әлегә туризм өлкәһенә Альбинаға ишек асыусы булмаған. Эшҡыуар ике һыйыр тота, уларҙы күбәйтеү өсөн дәүләт ярҙамы алыуға ирешмәгән.

Өфөлә эшҡыуарлыҡ тигән майҙанға яңы ғына аяҡ баҫыусылар йыйылды. Хәбибуллиндар октябрҙән генә киң ҡолас алып эшләй башлаған. Биш бала атаһы аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ 250 мең һумлыҡ грант алыуға ирешкән. 

Ҡарағат, лимон, сейә һәм бөтнөк менән бал. Күгәрсен эшҡыуары иһә төрлө тәм менән бал продукцияһы алып килгән. Бер ниндәй яһалма ҡатнашмалар, консерванттары юҡ, бөтәһе лә натураль. Стәрлетамаҡтан һөт аҙыҡтары. Улар ҙа икенсе йыл ғына билдәле ойошманан айырылып сығып үҙ эшен башлаған.

Ит ризыҡтары, ҡымыҙ, спортсыларға протеинлы аҙыҡ, сәй етештереүселәр ҙә үҙ продукцияһын күргәҙмәгә килтергән. Бындай форум быйыл икенсе тапҡыр уҙа. Иң мөһиме, фуд-акселераторҙа ҡатнашыусылар төрлө сауҙа предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөй. Үҙмәшғүллектән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә ярҙам ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был тәңгәлдә уларҙың эше тиҙләтелә.

Фуд-акселераторҙа 133 эшҡыуар ҡатнашырға теләк белдерҙе. Беҙҙең республика аграр төбәк. Шуға ла ҡатнашыусылар күберәк ауыл хужалығы өлкәһенән. Уларға эшен яйға һалырға ярҙам итәбеҙ. Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә төшөнәләр. Мәҫәлән, бөгөн минең күҙ алдында, бер нисә сауҙа предприятиеһы беҙҙең ҡатнашыусларҙың продукцияһына ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Марина Григорьева, фуд-акселераторҙы ойоштороусы

Марина үҙе шоколад етештерә. Стәрлетамаҡтар шулай уҡ микройәшелсә үҫтереп һата башлаған.

Үҙ йортоңдоң бер бүлмәһендә лә үҫтерергә була, ти Ғөбәйевтар. Әлегә һатыуҙы интернет аша ойошторғандар. Эш юҡ, аҡса юҡ тип ултырырға күнекмәгәндәр, өсөн бындай саралар маҡсатҡа ирешеүҙә тағы бер аҙым. 

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә фуд-акселератор форумы үтте

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ