Уҙған төндә Дүртөйлө-Нефтекама юлында «КАМАЗ» менән «Форд Фокус» автомобилдәре бәрелешә. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә инормарканың 34 йәшлек водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Әммә бер аҙҙан ул аңына килә алмай вафат була.
Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Ғәйеплене асыҡлау өсөн йөк транспортындағы видеотеркәү ҡоролмаһы яҙмаһы ярҙам итер тип көтөлә.




