Эҙәрмәндәр отрядында уҡыуҙар

Өфөлә «Найди меня» отрядына ирекмәндәрҙе ҡабул итеү йылдам бара. Ай һайын үткәрелгән уҡыуҙарҙа был юлы навигация ҡоролмалары менән ҡулланырға өйрәтеү ойошторолдо.

Юлда осраған һәр әйбер тураһында штабҡа хәбәр ителә. Был юғалған кешенең үткән урындарынан сығып тулы схема төҙөргә ярҙам итә. Урмансылар паркына Любовь Филиппованы эҙәрмәндәр сафына инеү теләге килтерә. Отряд координаторҙары ойошманың барлыҡҡа килеүе, урманды нисек ентекләп тикшерергә, компас һәм навигатор менән ҡулланыу тураһында һөйләй.

Навигация – эҙләүҙең айырылғыһыҙ өлөшө, бигерәк тә тәбиғи мөхиттә үтә ныҡ кәрәкле әйбер. Уның менән ҡуллана белеү эште күпкә еңеләйтә, бынан тыш ябай тормошта ла кәрәк булыуы ихтимал. Йыл башында «Найди меня» проекты Башҡортостан Башлығы грантын ота. Был аҡсаға эҙәрмәндәр яңы навигаторҙар һатып ала. Улар ерҙең яһалма юлдашы аша эшләй. Ҡоролмалар менән ҡулланырға өйрәтеү – уҡыуҙарҙың төп бурысы.

Ҙур мәсьәләләрҙең береһе – ул кешелерҙең йыһаздар менән ҡуллана белмәүе. Был эҙләү ваҡытын оҙайта, айырыуса бала юғалған саҡта һәр минут ҡәҙерле. Шуға күрә ирекмәндәрҙе алдан уҡ өйрәтеп ҡуябыҙ, улар нимә эшләргә һәм нисек ҡулланырға икәнлеген беләсәк.

Олеся Пышкина, «Найди меня» проекты тренеры
Фото №1 - Эҙәрмәндәр отрядында уҡыуҙар

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ