Һуңғыһы, ике аҙна элек Әбйәлил районында теркәлгәйне. Быға халыҡтың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүе төп сәбәпсе. Иҫкәртеү маҡсатында йыл да белгестәр тарафынан аңлатыу эштәре алып барыла. Бөгөн ул Өфөнөң Ағиҙел йылғаһында үтте.
Өфөнөң Ағиҙел йылғаһында иртәнге сәғәттәрҙән йәнлелек күҙәтелә. Томан эсендә балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлай. 77 йәштәге Талип Нурғәлиевтың ул баласаҡтан килгән яратҡан шөғөлө. Боҙ өҫтөндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ул ишетеп түгел, үҙ миҫалында иҫбатлай. Ваҡытында замандашыбыҙ боҙ аҫтына китә яҙған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы әйтеүенсә, былтыр ошо ваҡытта 10 балыҡсының һәләк булыуы осрағы теркәлгән. Быйыл бер кеше. Шулай ҙа, декабрь яҡынлашыуына ҡарамаҫтан, һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуын оноторға ярамай, ти белгестәр.
Ағиҙел йылғаһы аша үткән күпер эргәһендә ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. Улар эргә-тирәнән тыш, махсус транспорт сараһында ла йылға үҙәнен контролдә тота. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүенсә, боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан ҡалын булған осраҡта ғына һыу өҫтөндә балыҡ тоторға рөхсәт бирелә. Һыу ятҡылығы аша еңел автомобилдә үтеүселәргә иһә уның ҡалынлығы 20 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Азат Ғәлиуллин.




