Нуриман районында йәшәүсе Шәйхисламовтар Рәсәй кимәлендә ойошторлған конкурста «Алтын ғаилә» номинацияһында еңә. 65 йыл бергә йәшәгән пар өс малай тәрбиәләп үҫтереп аяҡҡа баҫтыра. Хаҡлы ялға сыҡҡансыға тиклем колхозда эшләгән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаилә тураһында тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Шәйхисламовтар өсөн «Әсәләр көнө» ысынлап та көтөп алынған байрам. Улар 83 йәшлек һөйөклө кешеһен ҡотлар өсөн ейән-ейәнсәрҙәрен дә йыя. Рәйсә Шәйхисламова тормош иптәше менән 65 йыл татыу йәшәп өс малай тәрбиәләп үҫтерә. Матур пар быйыл Рәсәй кимәлендә ойошторолған конкурста «Алтын ғаилә» номинацияһында еңеүсе тип табыла. Үкенескә ҡаршы награданы Рәйсә Шәйхисламова үҙе генә ҡабул итә. Күптән түгел Шәйҙулла Нурислам улы яҡты донъяларҙан китеп бара.
Өлкән йәштәге Рәйсә Шәйхисламова яңғыҙ донъя көтә, әммә балалары төп йортҡа көн аралаш килеп тора. Ҙур ғаилә тулыһынса йыйылған осраҡта улар иҫтәлектәр булып һаҡланған фотографияларҙы ҡарай. Олатай оҙаҡ йылдар ауылда колхозда машина-транспорт оҫтаханаһында, ә өләсәй ашханала эшләгән.
Республика ғаиләләре араһында ойошторолған конкурста Шәйхисламовтар еңеүсе тип билдәләнә. Шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге бәйгелә илле йылдан ашыу бергә йәшәгән парҙар араһында «Алтын ғаилә» номинацияһында ла еңеүгә өлгәшә. Рәйсә Шәйхисламова әйтеүенсә, награда ҡабул итеү ҡыуаныслы, әммә иң ҙур бүләк – оло йәшкә етеп ейәндәренең шат йөҙҙәрен күреү.
65 йыл бергә ғүмер иткән Рәйсә һәм Шәйҙулла Шәйхисламовтар улдары өсөн өлгө булып тора. Улар үҙҙәре күптән атай-олатай булып балаларына әсә тәрбиәһе менән бирелгән ҡиммәттәрҙе еткерергә тырыша.
Флорида Ким.




