Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президентына кандидаттар өсөн эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә уҙғара

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентына дәғүә иткән кандидаттар араһында эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә уҙғара. Йәрәбәлә комиссия ағзалары һәм Дәүләт Башлығы урынына кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәре ҡатнаша.

Башҡортостанда йәрәбә төбәк һәм федераль телеканалдарҙағы эфир ваҡытын билдәләү маҡсатында ойошторола. Агитация кампанияһы 2018 йылдың 17 февралендә старт алып, 17 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Агитация өсөн Рәсәй Президентына кандидаттарға республиканың 8 дәүләт мәғлүмәт сығанаҡтарында бушлай эфир ваҡыты бүленәсәк. Улар – радио һәм телеканалдар. Бер медиаресурста һәр кандидатҡа агитациялы роликтар өсөн 11 минут, дебаттарҙа ҡатнашыу өсөн 32 минут ҡаралған. Ә бына үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән партияларға агитациялы роликтар өсөн өҫтәмә 24,5 минут бирелә.

Эфир ваҡыты “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”, “Россия 1”, “Россия 24” телеканалдарында, “Юлдаш”, “Спутник ФМ”, “Вести ФМ”, “Радио России” һәм “Маяк” радиостанцияларында бүленәсәк.