Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте. Сарала Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Республика вәкилдәре Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт теле түңәрәге эшмәкәрлеге менән танышты, Һарыҡташ районында башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашыу үтте. Бөгөн Ырымбур ҡалаһында тарих, тел һәм мәҙәниәт темаһына түңәрәк өҫтәл үтте, шулай уҡ башҡорт милли ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу уҙғарылды. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин билдәләүенсә, өлкәлә төп иғтибарҙы туған телде өйрәнеүгә бирергә кәрәк. Урындағы башҡорттар ҙа телде өйрәнергә теләй.







