Өфөлә сит ил тәжрибәһенә таянып, парктарҙа дог-пакеттар урынлаштырыла. Уның маҡсаты – газондарҙа таҙалыҡ һаҡлау. Эт менән йөрөүсе граждандар, шул пакеттар менән файҙаланып, йорт хайуаны ҡалдырған тиҙәкте алырға тейеш. Аксаков урамында йәшәүсе Әлиә Әһлиуллина һөйләй.
Аксаков урамында дог-пакеттар менән йәшниктәр ҡуйыу “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы буйынса башҡарыла. Һауыттарҙы яңы пакеттар менән идарасы компания тултыра.






