Быйыл партия ойошторолоуға 19 йыл. Традиция буйынса, фирҡә халыҡты ҡабул итеү ойоштора. 1 декабрҙән республикала йәшәүселәр ҡала һәм райондарҙағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә ала. Эпидемиологик хәлгә бәйл, быйыл граждандарҙы ҡабул итеү дистанцион форматта үтә. Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә уҙғарылған онлайн осрашыу барышын социаль селтәрҙә, шулай уҡ YouTube каналда ҡарарға була. Һорауҙар 226-78-28 телефоны аша ҡабул ителә. Өфөнөң коды: 347. Декада 10 декабргә тиклем бара. Эш графигы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайтында танышырға мөмкин.





