Һөт кухняһы продукцияһы ауылдарҙа һатыла башланы

Һөт кухняһы продукцияһы ауылдарҙа һатыла башланы
Фото №1 - Һөт кухняһы продукцияһы ауылдарҙа һатыла башланы

Нефтекама һәм Октябрьский ҡалалары янында урынлашҡан ауылдарҙа  автокибеттәрҙә төрлө ризыҡтар һатыуға сығарылды.  Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙған. “Балаларҙы сифатлы һөт ризыҡтары  менән тәьмин иткән программа  Рәсәй төбәктәре араһында алдынғыларҙан һанала. Программа республиканың бөтә райондарында ла әүҙем эшләй. 97 тапшырыу пукты булдырылған, 6 айҙан 3 йәшкә тиклемге балаларға һөт ризығы бушлай бирелә. Уны түбән хаҡҡа  һатып алыу мөмкинлеге лә  бар. Программа артабан да дауам итә. Балаларҙың сәләмәтлеге иң мөһиме,” - тип яҙған республика етәксеһе.

“Һөт кухняһы ” ризыҡтары  23 мең ярым мең балаға бушлай бирелә.  

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ