Ярыш Финляндияла үтте. Спортсылар шәхси уҙыш һәм спринтта көслөләрҙе асыҡланы. Ир-егеттәр араһында 20 километрға шәхси уҙышта беҙҙең республиканан Петр Пащенко 37-се булды, Эдуард Латыпов 43-сө һөҙөмтә күрһәтте. Спринтта Латыпов – 20-се, ә Пащенко – 62-се булды. Башҡортостандан тағы бер биатлонсы Антон Бабиков коронавирус йоҡтороу сәбәпле ярышта ҡатнаша алманы. Донъя кубогының икенсе этабы, шулай уҡ Финляндияла дауам итә. Ярыш 3 декабрҙә башлана.





