Башҡортостанда чиновниктарға корпоративтар уҙғарыу тыйыла

Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Бүләк бирешеүҙе лә смс-хәбәр менән генә алмаштырырға мөмкин. Республика башлығы белдереүенсә, әле мәжлес ҡороу ҡайғыһы түгел. Әле мөһимрәк проблемалар борсой. Улар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Әлеге көндә ата-әсәләрҙе борсоған төп мәсьәлә дистанцион уҡытыу менән бәйле. Берәүҙәр был алымдың өҫтөнлөгөн, икенселәр белем кимәленә кире йоғонто яһауын билдәләй. Әммә пандемия мәлендә онлайн система сиргә ҡаршы көрәштең бер алымы. Шулай ҙа хәл тотороҡланыу сәбәпле, 23 ҡала һәм райондың белем усаҡтары ғәҙәти уҡытыу режимына күскән. Радий Хәбиров белдереүенсә, сир күрһәткестәре кәмеһә яңы йылға тиклем уҡыусылар мәктәптәргә йөрөй башлаясаҡ.

Башҡа ыңғай яңылыҡтар ҙа бар. Иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, төбәк программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Миҫал өсөн, 700-гә яҡын күп ҡатлы йортта 2 меңдән ашыу подъезд ремонтланған. Юл буйы сервисын үҫтереү маҡсатында киләһе дүрт йылда меңләгән яңы обьект асыу ҡарала. Был туризмды үҫтереү, инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеге аса. Әле Башҡортостан "Рәсәй тәме" федераль конкурсында ла ҡатнаша. Республиканан 26 бренд 8 номинацияла үҙ көсөн һынай. Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Алда-яңы йыл каникулдары. Әле урамдар, майҙандар биҙәлә, тирә-йүн байрам төҫө ала. Әммә Республика башлығы чиновниктарға корпоративтар ойоштороуҙан тыйылып торорға ҡушты, бүләк бирешеүҙе лә смс-хәбәрҙәр менән алмаштырырға була.

Әле короновирус йоҡтороусылар кәмемәй, республикала көн һайын йөҙҙән ашыу кешегә ковид диагнозы ҡуйыла. Мәҫәлән, Өфөлә ике аҙна элек асылған ситуация үҙәгенә генә кәңәш һорап 11 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, декабрь башлында Республикаға яңы коронавирустан вакциналар киләсәк, теләге булғандар сирҙән прививка яһата ала.

Фото №1 - Башҡортостанда чиновниктарға корпоративтар уҙғарыу тыйыла

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ