Бөрө районында полиция хеҙмәткәре куп балалы ғаиләне янғындан ҡотҡара.
Төнгө рейдҡа сыҡҡан төркөм Николаевка ауылында сыҡҡан төтөндө күреп ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡырта. Был ваҡытта ихаталағы мунса янып ут йорт ҡыйығына күскән була.
Асыҡланыуынса, был ваҡытта өйҙә ике өлкән кеше һәм өс бала була. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе йорт хужаларын уятып сығарып янғынды һүндерергә тырыша. Торлаҡ әллә ни зыян күрмәй, ә мунсанан көл-күмер генә ҡала.
Флорида Ким.




