Башҡортостанда электромобиль хужалары транспорт һалымын түләмәй

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала ҡанун проекты ҡабул итте.

Документҡа ярашлы, транспорт һалымын өс йыл дауамында түләмәҫкә мөмкин. Аңлатмала әйтелеүенсә, һүҙ электр двигателе менән йыһазландырылған автомобилдәр тураһында ғына бара, гибрид двигателдәр был категорияға ҡарамай. Ҡабул ителгән закон электромобилдәргә ҡыҙыҡһыныу арттырыуҙы маҡсат итә. Ул экологик яҡтан таҙа транспорт һанала.

Фото №1 - Башҡортостанда электромобиль хужалары транспорт һалымын түләмәй

Рафиҡ Әхмәтшин.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ