Дистанцион белем алыуҙа ярҙам

Башҡортостанда депутаттар, бағыусылар көсө менән өлкән синыф уҡыусылары гаджеттар менән тәьмин ителә. Рәсәйҙең либерал-демократтар партияһының төбәк бүлексәһе лә хәйриә сараһында әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн Өфөлә фирҡә тарафынан аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә ноутбуктар тапшырылды. Лиә Әхмәҙишина яңғыҙы дүрт бала үҫтерә, ҡыҙҙары Дилә 6-cы, Зилә 10-cы синыфта белем ала. Ситтән тороп уҡыуға күскәс, йортта компьютер техникаһы булмау сәбәпле, үҫмерҙәргә белем алыу ауырға төшкән. Хәйриә акцияһы проблеманы тулыһынса хәл итә.

Офиста ҡулланылмаған, әммә эшләгән ноутбуктарҙы йыйып, яңы программалар ҡуйҙым, артабан өс мохтаж ғаиләгә тапшырҙым. Уларҙың бер нисә балаһы әле ситтән тороп белем ала, яңы гаджет һатып алыуға финанс мөмкинлектәре булмаған. Изге эшкә башҡа эшҡыуарҙар, депутаттарҙы ла ҡушылырға саҡырам.

Ринат Зәйнуллин Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе ағзаһы
Фото №1 - Дистанцион белем алыуҙа ярҙам

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ