Республикала Яңы йылды ҡаршылауға әҙерлек ҡыҙа бара

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге майҙандарға шыршы ҡуйылған. Пандемияға бәйле, халыҡ күпләп бер урында йыйылмаһын өсөн боҙ ҡаласыҡтары һаны ла арттырылған. Өфөлә тылсым сеймалын сығарыу һәм байрамға әҙерлек барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Ринат Ҡәйүмов тиҫтә йылға яҡын яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн төп төҙөлөш материалы, боҙ әҙерләүгә йәлеп ителә. Ҡулы оҫтарған. Уның бурысы ялтыр сеймалды тигеҙ итеп шаҡмаҡтарға бүлеү.

Боҙ Дим биҫтәһе эргәһендәге карьер күленән алына. Яңы йыл тылсымына сеймал етәрлек. Көн дә кәмендә 30 метр кубометр боҙ майҙансыҡтарға оҙатыла. Күл өҫтөндә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса махсус инструктаж үткәрелгән.

Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл боҙҙоң сифаты яҡшыраҡ,-ти хеҙмәткәрҙәр. Ҡалынлығы 20 сантиметр самаһы. Үтә күренмәле, тимәк, унан эшләнгән боҙ һындары ла матурыраҡ буласаҡ.

Дим биҫтәһенең мәҙәниәт һәм ял паркында яңы йылға әҙерлек ноябрь урталарында башланған. Боҙ ҡаласығының ҡап уртаһына шыршы ҡуйылған. Йәшел ҡупшыҡай Благовещен районынан. Байрам осоронда халыҡты коронавирус таралыуҙан һаҡлау өсөн, быйыл боҙ ҡаласыҡтары  9 урында ойошторола.

Майҙандарҙа байрам иллюминацияһын ҡабыҙыуға ла күп ҡалманы. Яңы йыл тылсымына пандемия ҡамасауларға тейеш түгел. Был байрам бит тәү сиратта, яҡшылыҡ һәм изгеллеккә өмөт өләшә.

Фото №1 - Республикала Яңы йылды ҡаршылауға әҙерлек ҡыҙа бара

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ