Радий Хәбиров Федерация Советы ултырышында сығыш яһаны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы ғаиләне һәм баланы һаҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса Совет ултырышында сығыш яһаны. Видеокоференция режимындағы кәңәшмәне Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко алып барҙы. Ҡатнашыусылар ғаилә институтын яҡлау һәм үҫтереү, социаль етемлекте иҫкәртеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда күп балалы 51 мең ғаилә иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Һәм был ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн киң алымдар ҡулланыла. Республикала тыуым күләмен арттырыу өсөн «Балалар-бәхет» медиа-компанияһы ойошторолған. Бер үк ваҡытта балаһыҙ ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Шуға ла төбәктә бала тыуҙырырға теләгән һәм ике йылға тиклем яһалма аталандырыуға сиратта торған ҡатын-ҡыҙҙар проблемаһына иғтибар арттырылған. Сөнки федераль квоталарға һалынған аҡсалар барыһына ла етмәй, тине Башҡортостан Башлығы.

Милли проект ярҙамында Башҡортостанда бик күп балалар баҡсалары төҙөлә. Быйыл 25 учреждение сафҡа индерелә, был төбәк өсөн рекорд булып тора. Бер үк ваҡытта шәхси балалар баҡсалары энергияһын файҙаланыу мөмкинлеге лә бар. Шуға ла «Мәктәпкәсә йәштәге сертификат» таратыла башланы. Уның ярҙамында шәхси баҡсаға йөрөүсе баланың ғаиләһенә ай һайын бюджеттан 6 мең һум компенсация бүленә. Радий Хәбиров үҙ сығышында эскелеккә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә лә туҡталды. Сөнки был афәт ғаиләләрҙе юҡҡа сығара, йәш быуындың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай.

Фото №1 - Радий Хәбиров Федерация Советы ултырышында сығыш яһаны

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ