Бынан тыш, иҫкеләрен төҙөкләндереү һәм яңыртыу күҙ уңында тотола. Был хаҡта республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Әле бындай биләмәләрҙе урынлаштырыу маҡсатында 89 федераль, төбәк һәм муниципаль-ара урын һайланған, инвестиция паспорты әҙерләнгән. Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев:
Юлсыларға ял итеү өсөн төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа беседка, асфальт түшәлгән майҙандар һәм модулле бәҙрәфтәр урынлаштырыу бара. Республика башлығы Радий Хәбиров юл яны сервисы республика иҡтисады өсөн бик мөһим тип билдәләне.





