Радий Хәбиров бөгөн “Ауыл сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Радий Хәбиров бөгөн “Ауыл сәғәте” ултырышын үткәрҙе
Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн “Ауыл сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Онлайн-кәңәшмәлә кооперацияны үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Республика ҡулланыусылар йәмғиәте берлеге 125 ойошманы берләштерә. Унда 3 мең 300-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә. Кооперативтар башлыса сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләй. Ҡайһы бер райондарҙа эшмәкәрлек йәнле бара, икенселәрендә бөлгөнлөккә төшкән. Быйыл тармаҡта күрһәткестәр ҙә түбән төшкән. Республика Башлығы билдәләүенсә, кооперация өлкәһендәге көрсөк урындарҙа һүлпән эш һәм идара итә белмәү менән аңлатыла. Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға тармаҡты үҫтереү буйынса берҙәм концепция әҙерләргә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ