Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумы ултырышында шул турала белдерҙе. Волонтерлыҡ эшмәкәрлеге ваҡытында зыян күргән өсөн 50 мең һум, ирекмән һәләк булғанда ғаиләһенә 250 мең һум аҡса түләнә. Республика волонтерлыҡ хәрәкәте үҙәге етәксеһе Илшат Бикҡолов әйтеүенсә, Башҡортостанда илдә тәүгеләрҙән булып ошондай пособие һәм ирекмәндәр өсөн страховка булдырылды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән “Башҡортостан ирекмәне” тигән маҡтаулы исем булдырылды. Әле республикала 400 волонтер отряды иҫәпләнә. Ирекмәндәр сафына ҡушылырға теләүселәр dobro.ru сайтында теркәлә ала.





