Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа законға үҙгәреш индерелде. Ябай һалым тәртибе йәки патент системаһын ҡулланған эшҡыуарҙар йыл аҙағынаса һалым түләүҙән бушатылды. Депутаттар бындай тәртипте 2024 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтты. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, һалым каникулы сәбәпле бюджет йыл һайын 30 миллион һумға тулыланмай килә. Әммә аҙаҡ эшҡыуарҙар яҡшы килем алып, иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә аласаҡ.





