Өфө ресторандарына килеүселәргә изгелек акцияһында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Сараны ойоштороусыларҙың береһе Светлана Ниғмәтуллина әйтеүенсә, QR-код буйынса бер нисә минут эсендә ҡунаҡтар Өфөләге хоспис төҙөлөшөнә аҡса күсерә ала.
Үтә ауыр сирлеләр өсөн тәғәйенләнгән хоспис 60 урынға иҫәпләнә. Уны киләһе йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.





