Радий Хәбиров граждандарҙы онлайн-ҡабул итеү ойошторҙо

Тура бәйләнештә Күгәрсен районы һәм Өфөлә йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Йомағужа ауылында ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән әсә яңы һалған өйөнә газ үткәреүҙә ярҙам һораны. 

Мин икенсе баламды тапҡас, әсәлек капиталына йорт һала башланым. Газ үткәреүгә килеп еткәс, эш туҡталды, сөнки аҡса етмәй. Зәңгәр яғыулыҡ индереү өсөн 157 мең һум аҡса кәрәк.

Алина Сабитова, Йомағужа ауылында йәшәүсе

Алина Сабитова шулай уҡ яңғыҙы бала ҡараған әсәләрҙе газ өсөн сертификат алыуҙа льготалы граждандар иҫәбенә индереүҙе һораны. 

Радий Хәбиров Берҙәм Рәсәй башҡарма комитеты етәксеһенә мәсьәләне Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә ҡарарға һәм аҙна дауамында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Мөрәжәғәт итеүсегә партия фонды иҫәбенә газ үткәреүҙә ярҙам буласаҡ.

Өфөлә дүрт бала тәрбиәләгән ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалған. Уларҙың бөтә мөлкәте менән йорто янған. Радий Хәбиров Калинин районы башлығына ғаиләгә төҙөлөш материалдары һатып алыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Сипайлово биҫтәһе Бикбай урамындағы 33-сө йортта йәшәүсе спорт майҙансығына заманса йомшаҡ япма һораны. Радий Фәрит улы уны «Башҡортостан ихаталары» проектына индерергә кәрәклеген әйтте.

Төбәк етәксеһенә мөрәжәғәтте Башҡортостан власть органдарының электрон ҡабул итеүе буйынса, Өфө ҡалаһы Туҡай урамындағы 46-сы йорт адресына ебәрергә, граждандар мөрәжәғәте өсөн ҡуйылған йәшниккә килтереп һалырға, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Достоевский урамындағы 73 -сө йорттағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлегенә ебәрергә йә иһә онлайн-ҡабул итеүгә тапшырырға була. Шулай уҡ республика башлығының социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарына яҙырға мөмкин.

Фото №1 - Радий Хәбиров граждандарҙы онлайн-ҡабул итеү ойошторҙо
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ