Уҙған тәүлектә вафат булыусы ир 52 йәштә булған, уның аорта атеросклерозы, юғары ҡан баҫымы һәм башҡа хроник сирҙәрҙән яфаланыуы билдәле. Пандемия башланған осорҙан республикала яңы инфекция диагнозы 14406 кешегә ҡуйылған.
Уҙған тәүлектә исемлекте тағы ла 142 пациент тулыландырған. Сирлеләрҙең 542-һе стационарҙарҙа дауалана, 40 пациент ауыр хәлдә, уларҙың 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппратына тоташтырылған. Тағы ла 1772 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә сирҙән 87 кеше һауығып сыҡҡан.




