Сит балалар булмай

Ишембай районынан Зөлфиә менән Ринат Дүсәлиндар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике баланы тәрбиәгә алып, йөрәк йылыһын бүләк итә. Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Аш-һыу бүлмәһендә Эльвина әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Бәлеш киҫергә, өҫтәл әҙерләргә лә өйрәнә ул. Зөлфиә ханым буласаҡ ҡыҙын зәңгәр экрандарҙан күрә. Етем ҡалған 6 айлыҡ сабый Стәрлетамаҡ балалар йортонда тәрбиәләнгән була. Бәләкәскә шунда уҡ күңел тартылды, тип хәтерләй әсә. Күп тә уйлап тормай Дүсәлиндар Эльвинаны, ә һуңғараҡ Данилды үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра.

Былтыр бергә йәшәүҙәренең 25-йыллығын билдәләгән Зөлфиә һәм Ринат Дүсәлиндар ике улға ғүмер бүләк итә. Өлкән улдары Илсур Салауат ҡалаһындағы заводта эшләһә, Илшат Стәрлетамаҡ медицина колледжы студенты. Ғаиләләренә нур бөркөп Эльвина менән Данил да үҫеп килә. Ата-әсәнең бала алыу теләгенә улдары ла, барлыҡ туғандары ла ыңғай ҡарашта була. Илсур Эльвинаны сабыйҙар йортонан барып алғандарын әле булһа ла яҡшы хәтерләй.

10 йәшлек Данил ағаларынан бер тотам да ҡалмай, һәр эштә уларға оҡшарға, өлгө алырға тырыша. Башланғыс синыфта уҡыһа ла киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын яҡшы белә.

Балалар үҙ һәләттәрен һәр яҡлап аса алһын өсөн Дүсәлиндар барлыҡ шарттар булдырырға тырыша. Йәй күмәкләп тәбиғәт ҡосағында ял итһәләр, ҡыштарын сана шыуырға, саңғыла йөрөргә сығалар. Зөлфиә Әүхәҙи ҡыҙы менән Ринат Тәлғәт улы  үҙ йылыһын, наҙын бирер балалары булыуына сикһеҙ шат.

Фото №1 - Сит балалар булмай

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ