Хайуандың артынан ҡыуып барыусылар тураһында видеояҙма социаль селтәрҙәргә һалынғайны. Кадрҙан күренеүенсә, сит ил машинаһы мышы менән тиңләшкәс хайуан ергә ҡолай. Икенсе автомобилдәге ваҡиға шаһиттары һунар итеүселәрҙе туҡтатырға маташа.
Әммә билдәһеҙ кешеләр шаһиттарҙы күреү менән үҙҙәре ҡасырға тотона. Күңелһеҙ осраҡ райондың Яҫҡайын ауылы эргәһендә теркәлә. Автомобилдең дәүләт номеры буйынса полиция хеҙмәткәрҙәренә уларҙы асыҡлау артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, һунар итеүселәрҙең рөхсәт ҡағыҙҙары булған, йәрәхәтләнгән мышы икенсе көнө Әлшәй районында атып алынған.
Илдар Байбулатов.




