Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары күсмә зоопарктар һәм дельфинарийҙарҙы федераль кимәлдә тыйырға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары күсмә зоопарктар һәм дельфинарийҙарҙы федераль кимәлдә тыйырға ниәтләй
Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары күсмә зоопарктар һәм дельфинарийҙарҙы федераль кимәлдә тыйырға ниәтләй

Бының өсөн ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр планлаштырыла. Парламент рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бындай федераль документ күптән кәрәк ине. Күсмә зоопарктарҙа хайуандар ҡыҫынҡы шарттарҙа йәшәргә мәжбүр, күп осраҡта кәрәкле тәрбиә, туҡланыу, ветеринар хеҙмәтенән мәхрүм була. Йыш ҡына улар агрессивҡа әйләнә һәм тамашасылар өсөн хәүеф тыуҙыра. Был дельфинарийҙарға ла ҡағыла. Һыу хайуандарын күсергән ваҡытта тығыҙ контейнерҙар ҡулланыла. Тәбиғи шарттарҙа иһә улар көнөнә тиҫтәләгән километр араны йөҙөп үтә. Закон көсөнә инһә, был төр эшмәкәрлек хужалары ярты йыл эсендә стационар эш тәртибенә күсергә, йәки хайуандарҙы ошондай ойошмаларға һатырға бурыслы була.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ