Башҡорт теле – донъя теле

Башҡорт теле – донъя теле
Фото №1 - Башҡорт теле – донъя теле

Туған тел көнө уңайынан “Юлдаш” радиоһы социаль селтәрҙә флешмоб иғлан итте. Ул башҡорт телен танытыу маҡсатында ойошторолдо. Акцияға сит ил вәкилдәре лә ҡушылды. Ҡырғыҙстан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Йәмән һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәр Зәйнәб Биишева шиғырынан өҙөк уҡыны.

Башҡорт теле – донъя теле

Башҡорт теле көнөнә арналған видеояҙмаларҙы "Юлдаш" радиоһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ҡарарға була. 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле йылын йомғаҡлау саралары үтә. Уның барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Бынан тыш, ҡала һәм райондарҙа Башҡорт теле көнөнә арналған саралар уҙғарыла.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ