Форум киләһе аҙнала үтә. Ул онлайн һәм офлайн ойошторола. Дүрт көн дауамында төрлө темаларға һөйләшеүҙәр була. Бөгөн Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ТАСС агентлығында матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Ул форум программаһы менән таныштырҙы һәм бизнес аҙналыҡтың төп үҙенсәлектәренә туҡталды.
Рәсәй быйыл ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара ойошмаларында рәйеслек итә. Өфөләге форум саммиттарҙың эшлекле программаһы сиктәрендә үткәрелә.





