Өфөлә Рәсәйҙә беренсе QR-Конституция күрһәтелә

Өфөлә Рәсәйҙә беренсе QR-Конституция күрһәтелә
Фото №1 - Өфөлә Рәсәйҙә беренсе QR-Конституция күрһәтелә

4 декабрҙә баш ҡалала “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” тип аталған Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә. Унда илебеҙҙең алдынғы хоҡуҡ белгестәре, эксперттар Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәрҙең төбәк ҡануниәтенә йоғонтоһо тураһында фекер алыша. QR-Конституция интерактив проекты буйынса смартфоны булған һәр кем илдең төп законына индерелгән үҙгәрештәр тураһындағы мәғлүмәтте ҡарай ала. Бында аңлайышлы формала яңы хоҡуҡ нормалары тураһында яҙылған. QR-кодлы стелалар Башҡорт дәүләт университеты, Күп функциялы үҙәктәр офистары, автобус туҡталыштары һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ