65 йәштән өлкәндәр араһында ковид менән сирләүселәр 10 процентҡа кәмегән

Башҡортостанда мотлаҡ изоляция режимы индерелгәндән һуң, 65 йәштән өлкәндәр араһында ауырыусылар 10 процентҡа кәмегән. Был турала коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб ултырышы барышында Радий Хәбиров белдерҙе.

Республикала сиргә ҡаршы күрелгән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Һуңғы көндәрҙә төбәктә Ковид-19 менән бәйле хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Уҙған тәүлектә вирус тағы ла 142 кешелә асыҡланған. Яңы инфекция ике кешенең ғүмерен өҙгән. Конец графики

 Оператив штаб ултырышында төбəктең Мəғариф министрлығы дистанцион белем биреүҙе туҡтатырға тәҡдим итте. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте вəкилдəре бындай ҡарар менән ризалашты. Тимәк, килəһе аҙна башынан республика уҡыусылары мəктəп шарттарында белем аласаҡ.

Радий Хəбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына төбəктең бар белем усаҡтарында ла санитар нормалар үтəлешен тикшерергə ҡушты. Бынан тыш, Башҡортостанда Яңы 2021 йылды байрам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала-ауылдарҙа боҙ ҡаласыҡтарын арттырырға ҡушты. Майҙансыҡтар 10 декабргә әҙер булырға тейеш. Шулай уҡ балалар баҡсаларында шыршы байрамдарын үткәрергә рөхсәт ителде, ләкин төркөмдәрҙә һәм ата-әсәйҙәрһеҙ генә. Ресторандарға килгәндә, улар Яңы йылда – тәүлек әйләнәһенә, яңы йыл каникулдары көндәрендә таңғы 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләйәсәк.

Фото №1 - 65 йәштән өлкәндәр араһында ковид менән сирләүселәр 10 процентҡа кәмегән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ