Төпкөлдәргә сифатлы медицина ярҙамы

Асҡын районы Солтанай ауылында был ярҙам «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, Солтанайҙағы модулле фельдшер- акушерлыҡ пункты хеҙмәткәренең эш урынында интернет бәйләнеше булдырыла. Был эш медицинаны һанлаштырыу программаһына ярашлы башҡарыла.

Ауыл фельдшеры йүнәлтмәһе буйынса пациенттар район үҙәгенә, Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға барып профилле белгестәрҙән заманса медицина ярҙамы алыу мөмкинлегән эйә буласаҡ. Әлеге ваҡытта ФАП бинаһы тулыһынса сафҡа индерелгән, һыу үткәреү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителгән. Модулле ФАП-тың хаҡы 2 миллион ярым һумдан ашыу.

Фото №1 - Төпкөлдәргә сифатлы медицина ярҙамы

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ