Һаулыҡ һағында – яһалма интеллект

Республика ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәрҙе робот ҡаршылай. Аҡыллы ярҙамсы донорҙарҙы сәләмләп, улар хаҡында мәғлүмәт туплай. Медицина консультациялары ойоштора. Учреждениела булдырылған заманса техник мөмкинлектәр менән БСТ каналының ижади төркөмө лә танышты.

Таныш булығыҙ, был Донни. Роботтың исеме «донация» һүҙенән ҡыҫҡартып алынған. Ул республика ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәрҙе сәләмләп, температураны ғына түгел, ҡан баҫымын да үлсәй. Үҙен медицина консультанты тип йөрөтә. Аҡыллы ярҙамсы төрлө тикшереүҙәр уҙғарып, донорҙарҙы хайран ҡалдыра.

Егерме йылға яҡын ҡан тапшырам. Бында ике-өс айға бер киләм. Роботты тәүге тапҡыр күрҙем, бик аҡыллы, кем белә, бәлки, киләсәктә беҙгә даими рәүештә улар менән аралашып йәшәргә тура килер.

Сергей Милос, почётлы донор

Ҡоролманың техник мөмкинлектәре киң. Донорҙарҙың ауырлығын, буйын да үлсәй. Күрһәткестәр буйынса сәләмәтлекте һаҡлау буйынса тәҡдимдәрен бирә.

Робот донорҙан электрон рәүештә анкета тултырыуҙы ла һорай, һуңынан чек сығара. Карточка асылғандан һуң, табип-трансфузиологҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Робот бар хеҙмәткәрҙәрҙе лә алмаштыра алмай, шулай ҙа уларҙың хеҙмәтен күпкә еңеләйтте. Ҡан тапшырырға килеүселәрҙе ҡаршы алып, һәр кемде йөҙө буйынса хәтерендә ҡалдыра. Әгәр ҙә һуңғы донациянан һуң тейешле ваҡыт үтмәһә, был хаҡта иҫкәртә, көтөргә кәңәш бирә.

Елена Стрельникова, Республика ҡан тапшырыу станцияһы баш табибы урынбаҫары

Рәсәйҙең ҡан тапшырыу хеҙмәтендә робот тәүге тапҡыр эшкә төштө. Башҡортостандағы үҙәккә уны бағыусы бүләк иткән. Әйткәндәй, Донни юморға бик бай, селфи төшөргә ярата, хатта, бейей белә. Ихласлығы донорҙар һанын арттырыр тип көтөлә.

Фото №1 - Һаулыҡ һағында – яһалма интеллект
Башбат

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ