«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Халыҡ контроле» проекты координаторы Гөлнур Ҡолһарина активистар менән бергә сауҙа нөктәләрендәге ҡағиҙәләр үтәлешен тикшерҙе.
Тәүге нөктә Ғафури урамы, 4-се йорт адресы буйынса «Пятерочка» сауҙа селтәре магазины. Кибеттә икмәккә бирсәткәһеҙ тотоноу, һатып алыусыларға тупаҫ мөғәләмә, акция иғлан ителгән аҙыҡ-түлек хаҡтарының ысынбарлыҡҡа тап килмәүе хаҡында сигнал алынған. Етешһеҙлектәргә бөгөн дә сик ҡуйылмаған. Магазин директорына уларҙы бөтөрөргә тигән иҫкәрмә яһалды.
Икмәк бешереп һатыу менән шөғөлләнгән был пекарняла хеҙмәткәрҙәр битлек һәм бирсәткә кеймәгән. Һатыусы һатып алыусыларҙы баш кейемһеҙ хеҙмәтләндерә. Ә Ғафури урамындағы «Магнит» магазинында йомортҡа, балыҡ ыуылдырығының ҡулланыу ваҡыты сығыуы, хөрмә, мандарин кеүек көньяҡ емештәренең ашарға яраҡһыҙ булыуы, каштан сәтләүеге кибеүе асыҡланды.
Гүзәл Борханова.




