Уларҙа бер кеше һәләк булған, етәүһе йәрәхәтләнгән. Хәйбулла районы үҙәгендә икенсе синыф уҡыусыһы мәктәп автобусы тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Баланың аяғы һынған. Салауат ҡалаһының Ленинград һәм Островский урамдары киҫелешендә «Рено» автомобиле водителе юл ситенә сығып ауған, аварияла водителдең 4 йәшлек улы зыян күргән.
Ошо уҡ ваҡытта М-5 федераль трассаһының 1487-се километрында «Киа Сид» автомобиле ҡаршы килгән «Фольксваген Поло», һуңынана алда барған «Лада Калина» һәм ҡаршы һыҙаттағы «Тойота Камри»ға бәрелгән. «Фольскваген» водителе дауаханаға оҙатылған, «Киа» водителенең 12 йәшлек улына табип ярҙамы талап ителгән. Үҫмерҙең атаһының водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүе билдәле.
Гөлдәриә Йосопова.




