Радик Юлъяҡшин үҙенең портретын төшөрөүгә конкурс иғлан итә

Дуҫтар! Шәп яңылыҡ! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин, ул да булһа Elvin Grey, көйәрмәндәре өсөн конкурс иғлан итә!

Фото №1 - Радик Юлъяҡшин үҙенең портретын төшөрөүгә конкурс иғлан итә

Халыҡ һөйөүен яулаған популяр йәш йырсы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙенең төркөмөндә үҙенсәлекле конкурсҡа старт бирҙе. Йырсының иң оригиналь портрет эскизын төшөрөүсене билдәләү – төп маҡсат. Еңеүсенең рәсеме иһә футболка түрен биҙәйәсәк.

Конкурста ҡатнашырға теләгәндәр үҙҙәренең эшен elvingrey_shop@mail.ru электрон почта адресына 28 февралгә тиклем ебәрергә тейеш. Март башында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Еңеүсе үҙенең эскизы төшөрөлгән футболка менән бүләкләнәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ