Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – Рәсәй иҡтисады үҫешенә этәргес бирәсәк

Был турала ТАСС агентлығында ойоштороролған матбуғат конференцияһында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Уның билдәләүенсә, дүрт көнлөк эшлекле программа ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, туризм, иҡтисад һәм экспорт темаларына арнала. Форумды 33 майҙансыҡта уҙғарыу, кәмендә 50 сәғәтлек дискуссия ойоштороу планлаштырыла.

Башҡортостан донъя кимәлендәге сараларҙы беренсе тапҡыр ғына ҡабул итмәй. Шуға ла бындай форумдарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе республика етәкселегенең тырышлығы һөҙөмтәле, файҙалы һәм кәрәкле булыуын күрһәтә, – тине Андрей Назаров. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлы ҡабул итәсәк форум 8-11 декабрҙә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үтә.

Фото №1 - Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – Рәсәй иҡтисады үҫешенә этәргес бирәсәк

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ