Шишмә районы Алкин шифаханаһы ауылындағы йортто нисек авария хәлендә тип иҫбатларға?! Йорт тыштан да эстән дә таушалған һәм ишелергә тора. Әммә унан халыҡты күсерергә йыйынмайҙар, сөнки йорттоң тейешле документтары юҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева хәлде асыҡларға тырышты.
Алкин шифаханаһы ауылының Үҙәк урамындағы 41-се һанлы был йорт һуғыш ваҡытындағы емереклектән ҡалған харабаны хәтерләтә. Әммә унда 21-се быуат кешеләре йәшәй.
Ике ҡатлы йортта пенсонерҙар, йәш ғаиләләр 11 фатирҙа көн күрә. Тормош уҙған быуатта туҡтап ҡалған һымаҡ.
«Алкин» шифаханаһы ауылының Үҙәк урамына1963 йылда күсереп һалынған был йорт утын менән йылытыла.
Сергей Аллесҡа фатир шифахана хужалығында эшләгәндә бирелгән. Ир әйтеүенсә, ҡыш сыҡҡансы 30 мең һумлыҡ утын яғыла.
Сергейҙың улы Максим бында ғаиләһе менән йәшәй. Ул электр ҡаҙанлығы өҫтәп ҡуйған. Иҙәндәр боҙ һымаҡ, ел өрә. Йыуыныу өсөн уңайлыҡтар бөтөнләй юҡ. Ике бала тәрбиәләүсе ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәпкә лә тора алмай, йортто авария хәлендә итеп таныта ла алмай.
Авария хәлендә тип танылыр ине, йорт һауа менән ер араһында эленеп ҡалған.
Әлегә ул ошо терәүҙә эленеп тора. Күрәһең, шул хәлдә тағы биш йыл тирәһе торор. Сөнки Авариялы хәлдәге йорттарҙан күсереү проектына инер өсөн тәүҙә уны район балансына индерергә кәрәк, быға тиклем ул республиканыҡы иҫәпләнгән. Ошо маҡсатта хакимиәт документ туплау эшен башлаған.
Тимәк, быйыл да, киләһе йылға ла түгел әле, 2026 йылға тиклем йорт ишелеп төшмәһә.
Рәмилә Исмәғилева.




