Баҡалы ауылында газ үткәреү тамамлана

Газ торбалары яңы Көнбайыш микрорайонында һуҙыла. Бында ике меңдән ашыу ер участкаһы бар. Күп шәхси йорттарҙа газ үткәреү адреслы инвестиция программаһы һәм «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ауыл кешеләренән тәүге заявкалар ҡабул иткән дә инде.

Рәмил Хәйҙәров, Баҡалы районы хакимиәте Башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы

«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә 62 миллион һумға 55 километр арауыҡта газ селтәрҙәре һуҙыла. Ике подрядсы ойошма эшләй һәм декабрь аҙағына йорттар газ селтәренә тулыһынса тоташтырыласаҡ тип күҙаллана.

Әлеге ваҡытта йорттар электр энергияһы ярҙамында йылытылған. Әммә ҡайһы бер урындарҙа мейес яғыусылар ҙа бар. Ауыл халҡына торлаҡтарын йылытыу бик ҡиммәткә төшкән. Газ селтәренә тоташыу менән сығымдар күпкә кәмейәсәк. Йорт хужаларына йорттарын газ коммуникацияларына тоташтырған өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Ташламаға хоҡуғы булған граджандар льготалы сертификаттар ҡуллана аласаҡ.

Фото №1 - Баҡалы ауылында газ үткәреү тамамлана

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ