Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында күмәк көс менән төҙөлгән объект файҙаланыуға тапшырылды.
Ҡыҙыл йылғаһы аша тәүге күпер 30-сы йылдарҙа уҡ һалынған була, ул ваҡытта аръяҡ ярҙа алтын приискыһы эшләй. Күпер руда ташыу өсөн файҙаланыла. Һуңынан урындағы хужалыҡ һәм халыҡ көсө менән тағы бер нисә ҡоролма төҙөлә, әммә улар ваҡыт үтеү менән сафтан сыға.
Һуңғы йылдарҙа Тал Ҡусҡары халҡы Ҡыҙыл аръяғындағы бесәнлектәргә лә, мал артынан да йылға кисеп йөрөй, Дәүләтша, Мишәр ауылында йәшәүселәр кисеү аша үтә. Былтыр көҙ ауылға староста итеп һайланған Рәмил Ғиззәтов ауылдаштарының үҙәгенә үткән ошо проблеманы хәл итәсәген белдерә һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Уға ауыл халҡы ла дәррәү ҡушыла. Берәүҙәр аҡса, икенселәре материал, өсөнсөлөре ҡул көсө менән ярҙам итә.
Күперҙең оҙонлоғо 24, киңлеге 3 метр. Ауыл халҡы әйтеүенсә, ул тракторҙар менән һынап ҡаралған, күпер ауыр йөк техникаһын күтәреүгә иҫәпләнгән.
Рәмзиә Кәримова.




