Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл проекты буйынса фекер алышыу үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, конкурсҡа Башҡортостан һәм Рәсәй скульпторҙарынан 19 эскиз ҡабул ителгән.
Мәшһүр генералға мөһабәт, мәғәнәле һәйкәл ҡуйырға кәрәк, тип иҫәпләй танылған скульптор, монументалист Өлфәт Ҡобағошов:
Миңлеғәли Шаймортов һәйкәле Өфөнөң Совет майҙанында урынлаштырыла. Әле биләмәне төҙөкләндереү бара.






