Рәсәй Президенты Хөкүмәт ултырышында шулай тип белдерҙе. Илдә 2 миллион доза “Спутник V” вакцинаһы етештерелгән. “Дарыуҙы һынау уңышлы үткән. Прививка тәү сиратта уҡытыусылар һәм табиптарға эшләнә”, - тине Владимир Путин.
Башҡортостанда ла киләһе аҙнала коронавирустан вакцинациялау башлана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе партия 1 мең доза дарыуҙы ҡабул итеү өсөн махсус урындар әҙерләнгән. Вакцина хәүеф төркөмөнә ҡараған һөнәр эйәләре – табип, уҡытыусы һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә эшләнә.





